Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Февраль 2023, 20:45

РӘХМӘТ ЯУҺЫН!

97 банка тушенка эшләгәндәр

РӘХМӘТ ЯУҺЫН!
РӘХМӘТ ЯУҺЫН!

ХӘЙБУЛЛА БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ХӘБӘР ИТӘ:

Садовый ауылы ағинәйҙәре инитициативаһы менән яуғирҙәргә кәрәк-яраҡ алыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителеп, уны ауылдаштар дәррәү күтәреп алып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлығы 50 меңгә яҡын аҡса йыйған улар. Уның бер өлөшөнә яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр һатып алынһа, икенсе олөшөнә ит һатып алып, йәкшәмбе көнө ауылдың ағинәйҙәре, Бактыбаева Дилә Урал ҡыҙы, Самохина Раиса Максимовна 97 банка тушенка эшләгән. “Берҙәмлектә-беҙҙең көсөбеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш булды был. Ағинәйҙәрҙең башланғысын ихлас күңелдән хуплап, күтәреп алған ауылыбыҙҙың депутаты Самохин Владимир Борисовичҡа, ауылыбыҙ старостаһы Баҡтыбаев Рәшит Тимербулат улына, шәхси эшҡыуар, фермер Сабитов Илнур Ҡотдөс улына, барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаш йәштәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!”- ти ауыл халҡы.
Афарин, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Резеда Валиева