+4 °С
Болотло
--Әбделкәрим ауылы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары мобилизацияланған егеттәргә йөн ойоктар бәйләп ебәргәйне. Махсус операция барған алыҫ тарафтан йылы сәләмдәр килеп етте, посылка имен-аман барып еткән, егеттәр ҙур рәхмәттарен еткерҙе. Барыһы ла һау-сәләмәт ғаиләләрена ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.Шулай уҡ ошо көндәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәре эшләне.Ҡыуат ҡатындары ҡорот һәм иретелгән майҙарҙы контейнерҙарға тултырып егеттәргә күстәнәс әҙерләне, киләһе ылау февраль урталары юлланасаҡ,--тип хәбәр итә ҡыуаттар.