АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 09:30

АФАРИН, АРЫҪЛАНҒОЛДАР!

Улар һалдаттарға һарыҡ йөнөнән түшәктәр эшләргә тотондо.

АФАРИН, АРЫҪЛАНҒОЛДАР!
АФАРИН, АРЫҪЛАНҒОЛДАР!

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:

Бәләкәй Арыҫланғолдар ҙа хәрби махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең хәлен интернет селтәре аша күҙәтеп бара, улар өсөн хафалана, ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итергә тырыша. Йылы ойоҡбаштар, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнаштылар вәзәмдәр.
Әле килеп улар һалдаттарға һарыҡ йөнөнән түшәктәр эшләргә тотондо. "Үҙҙәре менән алып йөрөрга еңел дә һәм шул уҡ ваҡытта йылы ла буласаҡ бындай түшәктәр",- ти вәзәмдәр. "Өшөмәһендәр, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, хоҙай көс, сабырлыҡ бирһен"- тигән теләктәр менән баҫты ҡатын-ҡыҙҙар был түшәктәрҙе. Афарин!


Автор:Резеда Валиева