Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Ғинуар 2023, 16:55

ЕГЕТТӘРГӘ - ЙЫЛЫ КЕЙЕМ

Аҡъяр тау колледжы студенттары махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә кейем тегә...

ЕГЕТТӘРГӘ - ЙЫЛЫ КЕЙЕМ
ЕГЕТТӘРГӘ - ЙЫЛЫ КЕЙЕМ

Махсус операциялағы егеттәргә студенттар ҙа ярҙам күрһәтә. И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы "Беҙ янығыҙҙа" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, ил һаҡлаусы егеттәргә термокейем тегә. Әйтеүҙәренсә, ноябрҙән декабргәсә оҫтахананы әҙерләгәндәр, материал алғандар. Ниндәйҙер өлөшөн Мәғариф министрлығы ҡаплаһа, ҡалғанын колледж үҙ иҫәбенә алған. Яңы йыл каникулдарынан һуң "Тегенсе" төркөмө студенттары уҡытыусылары Наталья Богатенкова етәкселегендә кейем тегә башлаған. Тәүге партия февралдә әҙер буласаҡ.

Афарин!

Автор:Резеда Валиева