АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Декабрь 2022, 14:00

УАЗ-ды буш ебәрмәйек! Гуманитар ярҙам тейәйек!

Йылайыр районы халҡы дөйөм көс менән өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарына УАЗ автомобиле һатып алған. Яңы техника иртәгә, йәғни 21 декабрҙә таң менән район хакимиәте бинаһынан оло юлға сығып китә. Кем яҡындарына, ғөмүмән, яҡташтарға гуманитар ярҙам ебәрергә теләй, тиҙерәк уны хакимиәткә алып барып еткерегеҙ. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә кейеҙ онтораҡтар, йылы ойоҡ-бейәләйҙәр, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек бик кәрәк.

УАЗ-ды буш ебәрмәйек! Гуманитар ярҙам тейәйек!
УАЗ-ды буш ебәрмәйек! Гуманитар ярҙам тейәйек!

Яңы йыл күстәнәстәрен ебәреп ҡалайыҡ, йәмәғәт! Беҙ йылылабыҙ, ә улар ялан шарттарында булыуын иҫтән сығармайыҡ.

Автор:Гульдар Кадаева