Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Декабрь 2022, 17:20

АФАРИН, БАЙМАҠ ЕГЕТТӘРЕ!

Донбасс балаларына Яңы йыл бүләктәре оҙатылды.

АФАРИН, БАЙМАҠ ЕГЕТТӘРЕ!
АФАРИН, БАЙМАҠ ЕГЕТТӘРЕ!

Арабыҙҙа мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра. Улар махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә әленән-әле ярҙам күрһәтә, Донбасс һәм Луганск халыҡ республикаһында йәшәүсе халыҡты ла онотмай.

Башҡортостандағы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе (сығышы менән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан) Тимерйән Рәжәпов күптән инде ДНР һәм ЛНР халҡына гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә, үҙе лә әллә нисә тапҡыр ул яҡтарҙа булып ҡайтты.

Күптән түгел Баймаҡ егете Моратов Фәрит Әхмәтғәле улы үҙенең "Госномер" команияһы исеменән Донбасс балаларына Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләне. Уның офисында эшләүсе Екатерина Малахова, Гөлсәсәк Ишморатова һәм Гөлсәсәктең ҡыҙы Азалия Ишморатова күстәнәстәрҙе матур ҡаптарға тултырып ҡына ҡалмаған, үҙҙәре исеменән дә "күстәнәс" өҫтәгән. Мәҫәлән, Ишморатовалар йомшаҡ уйынсыҡтар һалған.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәүсе Баймаҡ егете Айтуған Мостафин коллегалары менән ярҙам күрһәткән.

Баймаҡ егеттәре күрһәткән ярҙам өсөн республиканың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов оло рәхмәтен белдерә.

Мөғжизәле байрам алдынан балаларҙы ҡыуандырыуығыҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын, яҡташтар!

Автор:Резеда Валиева