Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Декабрь 2022, 15:05

АҠСА ТҮЛӘНӘ

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә Яңы йылға 20-шәр мең һум аҡса ошо аҙнала уҡ түләнә башлай.

АҠСА ТҮЛӘНӘ
АҠСА ТҮЛӘНӘ

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә Яңы йылға 20-шәр мең һум аҡса ошо аҙнала уҡ түләнә башлай. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

«Тәүге түләүҙәр был аҙнала башлана», — тине ул.

Уның һүҙҙәренсә, 11 декабрҙә кискә аҡса юллау өсөн 4 141 ғариза килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 декабрҙә Радий Хәбиров мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/semi-mobilizovannyh-nachnut-poluchat-vyplaty-po-20-tysyach-rubley-na-sleduyuschey-nedele-lenara-ivanova-3067552

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:Резеда Валиева