Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Декабрь 2022, 09:25

ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ЯЛҒА СЫҠҠАН

Улар янынан республика табиптары ебәрелгән.

ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ЯЛҒА СЫҠҠАН
ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ЯЛҒА СЫҠҠАН

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн телеграм-каналда хәбәр итеүенсә, М.Шайморатов исемендәге батальон ирекмәндәре бәрелеш һыҙатынан бер аҙға ялға сыҡҡан. Уларға шунда уҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен ебәргәндәр. ЛНР-ҙа кардиолог, травматолог-ортопед, оториноларинголог, офтальмолог, хирург, шәфҡәт туташтары яугирҙарҙы ҡабул итә, ультратауышлы диагностика үткәрә. Бер нисә көндән республиканан стоматологтар ебәреләсәк.

—Яугирҙарыбыҙға—Ватанды һаҡлаусыларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтәсәкбеҙ,—тип белдерә Башлыҡ.

 

Мәғлүмәт һәм фото: Башинформ

Автор:Резеда Валиева