Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Июнь 2022, 11:15

Хәйбуллалар реестрға индерелмәгән ҡыйлыҡтарҙы ер менән тигеҙләй

Элекке кеүек ауылдарҙа сүп-сарҙы үрге йәки арғы осҡа сығарып түгеп булмай хәҙер. Төпкөл ауылдарға ла махсус контейнерҙар ҡуйылып, ҡый түгеү биләмәләре ҡулайлаштырылды. Шулай ҙа тәбиғәттең үҙен сүплек күреп, ҡайҙа етте шунда сүп-сар түгеүселәр һаман да осрай. Шундайҙар арҡаһында ярамаған урында барлыҡҡа килгән ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү менән Хәйбулла районы хакимиәте етәкселеге 2019 йылдан ныҡлы көрәшә. Ундай урындарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары махсус ҡыйылҡтарға алып барып ташлана, ҡыйлыҡ биләмәһе ер менән тиҙеҙләнә.

Хәйбуллалар реестрға индерелмәгән ҡыйлыҡтарҙы ер менән тигеҙләй
Хәйбуллалар реестрға индерелмәгән ҡыйлыҡтарҙы ер менән тигеҙләй

Башҡортостан Республикаһы указына һәм «Экология» милли проектына ярашлы, 2024 йыл йыл аҙағына ҡәҙәр хужаһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйылды.

Әлеге ваҡытта Хәйбулла районының 13 ауылында санкцияланмаған 13 ҡыйлыҡты рекультивациялау буйынса эштәр киң йәйелдерелгән.

Хәйбуллалар реестрға индерелмәгән ҡыйлыҡтарҙы ер менән тигеҙләй
Хәйбуллалар реестрға индерелмәгән ҡыйлыҡтарҙы ер менән тигеҙләй
Хәйбуллалар реестрға индерелмәгән ҡыйлыҡтарҙы ер менән тигеҙләй
Автор:Гульдар Кадаева