АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Апрель 2022, 11:55

НИ ҺАТАҺЫҢ, ИНӘКӘЙ?

Баҡса эштәре башланыу менән иртә таңдан тороп туҡталыштарҙа автобус көтөүсе инәй-олатайҙар күбәйә. Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡул хеҙмәтен ихтирам итә улар: үҙҙәре эшләп, үҙҙәре булдырып өйрәнгән. Ә емеш-йәшелсәләр өлгөрөү менән ҡала урамында улар теҙелеп ултырып үҙ уңышын һата башлай. Хәҙерге магазин кәштәләрендә экологик яҡтан таҙа ризыҡ булмағанын аңлағандар нәҡ уларҙан ҡыяр, помидор, картуф, емеш-еләк алырға тырыша ла инде.Бер мәл урамда һатусыларҙы тыйыу көсәйеп киткәйне. Быға республика Башлығы ниндәй ҡарашта?

НИ ҺАТАҺЫҢ, ИНӘКӘЙ?
НИ ҺАТАҺЫҢ, ИНӘКӘЙ?

Сираттағы кәңәшмәлә республика Башлығы баҡсасаҡлыҡ мәсьәләһен күтәрҙе. Унда быйыл Башҡортостан бюджетынан баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеүгә 100 миллион һум бүленеңен белдерҙе. Шуның 50 миллион һумы – электр менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүгә, 50 миллион һумы юл инфраструктураһына йүнәлтелә. Трансформаторҙар һәм электр тапшырыу линиялары заманса йөкләмәләргә яуап бирмәй. Уларҙың күбеһе иҫкергән. Даими техник хеҙмәтләндереү, капиталь ремонт, селтәрҙәрҙе яңыртыу йәки алмаштырыу талап ителә.

«Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең тағы бер бер проблемаһы – юл инфраструктураһы. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү юлдарының дөйөм оҙонлоғо – 1 600 саҡрым. Хужалары билдәләнгән 30 саҡрымлыҡ юлды ремонтлауға быйыл 50 миллион һум йүнәлтәбеҙ. Был 77 баҡсасылыҡ ширҡәтенә инеү юлын һалырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Бөгөн республикала баҡсасылар армияһы бик ҙур, яҡынса 1500 ширҡәт бар, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе һуңғы йылдарҙа төбәктә баҡсасыларға ярҙам итеү өсөн тәүге аҙымдар яһалыуы хаҡында һөйләне.

Ике йыл элек «Граждандарҙың баҡсасылыҡты алып барыуы тураһында» республика законы ҡабул ителде, шулай уҡ власть органдары һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәренән ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре булған барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ошондай кәңәшмә органдары барлыҡҡа килде.

 

Һәм иң ҡыуаныслыһы:  Үҙ продукцияһы менән сауҙа иткән оло кешеләрҙе ҡыуыуҙы тыйҙы.

-       Уларға шарттар булдырырға, сауҙа урындарын йыһазландырырға, үҫтерелгән йәшелсә, ҡыяр, шул уҡ бер стакан крыжовникты һатып алырға, хәҙерге еңел булмаған заманда уларға ярҙам итергә кәрәк, - тине Хәбиров.

 

фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева