АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Октябрь 2021, 14:20

Яҙып алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы

Бөгөндән яҙып алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында урында йәшәүселәр тураһында белешмәләрҙе 7431 яҙып алыусы теркәй. Улар 15-17 октябрҙә һөнәри оҫталыҡҡа уҡыу һәм тест үткән.

Яҙып алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы
Яҙып алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы

15 октябрҙән 14 ноябргә ҡәҙәр илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ойошторола. Мөһим сара яҡынлашҡан һайын, унда ҡатнашыу тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар арта бара. Шулар араһында иң йыш осрағандарына Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса Сибай ҡалаһындағы уполномоченныйы Светлана Ермошина яуап бирә.  

--Иң ҙур көс ауылда йәшәгән кешеләргә төшәсәк, сөнки уларҙы августа ла һынап сыҡтылар, октябрь-ноябрҙә лә һорау аласаҡтармы?

--Ауыл хужалығы иҫәбен алыу "микро" тип аталһа ла, ундағы объекттар һаны, 2016 йылғы иҫәп алыу менән сағыштырғанда, 93 процент тәшкил итәсәк. Ике иҫәп алыу ҙа һанлы буласаҡ, тимәк, мәғлүмәттәр йыйыу тулыһынса электрон ҡорамалдар ярҙамында башҡарыласаҡ.

--Был мәғлүмәттәр нимә өсөн кәрәк һәм ҡайҙа файҙаланыласаҡ?

--Ҡыҫҡаса әйткәндә, микро иҫәп алыу киләһе йылдарға ауыл хужалығы тауарҙарын иҫәпләү өсөн кәрәк. Дәүләткә халыҡ һаны бюджетты күҙаллау, биләмәләрҙе үҫтереү, яңы предприятеилар, газ үткәргестәр, электр линиялары төҙөү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, теге йәки был ҡала, ауылда ишле ғаиләләр һаны артҡан икән, тимәк, тиҙҙән унда балалар баҡсаһы ғына түгел, мәктәп тә төҙөргә кәрәк. Ҡайҙалыр халыҡтың күпселеге вахта ысулы менән ситтә эшләй ти, тимәк, бындай биләмәләрҙә эш урындары булдырыу фарыз. Бынан алда уҙған иҫәп алыу йомғаҡтарына ҡарағанда, ауыл ерендә халыҡтың кәмеүе күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә ауылда йәшәү кимәлен күтәреү буйынса байтаҡ программалар—“Ауыл табибы”, фельдшер-акушер пункттарын тергеҙеү, ауыл ипотекаһы, газ үткәреүҙе әүҙемләштереү һәм башҡалар барлыҡҡа килде. Ғалимдарға был мәғлүмәттәр демографик, социалогик, этнографик һәм башҡа тикшеренеүҙәр өсөн кәрәк. Эшҡыуарлыҡҡа иһә аныҡ иҫәп-хисаптар һәм иҡтисад өсөн дә мөһим.

Иҫәп алыу барышында бирелгән мәғлүмәттәрҙең барыһы ла конфиденциаль һәм таратылырға тейеш түгел. Иҫәп алыу ҡағыҙында мөлкәт, килем күләме, фатирға кемдең хужа булыуы тураһындағы, кешенең шәхес таныҡлығындағы мәғлүмәттәр күрһәтелмәй. Ә бына рәсми никахҡа инеү-инмәүегеҙ йәки граждан никағы менән йәшәүегеҙ, өйҙә ниндәй телдә һөйләшеүегеҙ, йортоғоҙҙоң нимәнән һалыныуы, ҡайҙа эшләүегеҙ--бик мөһим мәғлүмәт, әммә һалым органдары, махсус хеҙмәттәр, хатта енәйәтселәр өсөн түгел.

--Сираттағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы беренсе тапҡыр һанлы форматта һәм һуңғы тапҡыр ғәҙәти рәүештә үтә, тиҙәр.

--Интернет селтәренә тоташмаған райондарҙа иҫәп алыусылар ябай ҡағыҙ бланктарҙы ҡуллана, күпселек осраҡта уларға үҙебеҙҙә етештерелгән һәм махсус программа ҡуйылған планшет таратыла. Һанлы технологиялар һәр ҡалалағы, райондағы, хатта урамдағы халыҡ һаны буйынса енткелк мәғлүмәт туплау, уларҙы йылдам эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк.

--Ҡайҙа теркәлгәнһең, тик шул ерҙә генә иҫәп алыусыларҙы көтөргәме?

--Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә уның ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Башҡа ҡалаларҙың белем биреү учреждениеһының дөйөм ятағында йәшәһәгеҙ, иҫәпкә алыусы ирекмән республикабыҙ өсөн әһәмиәтле булған һорауҙарҙы шунда барып бирәсәк. Иң мөһиме--һәр бер кешенең тауышын ишетеү. Милләт төшөнсәһе, телдәрҙе белеү-белмәү, милләт-ара никахтар һаны, белем кимәле, никахтарҙың ғәмәлдәге хәле, эшкә барғанда юлда сарыфланған ваҡыт, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары--был мәғлүмәттәрҙең береһе лә дәүләт базаһында юҡ, уларҙы иҫәп алыу барышында ғына асыҡларға мөмкин.

--Иҫәп алыусыларға ниндәй документтар күрһәтергә?

-- Бөтә мәғлүмәттәр һеҙҙең һүҙҙән яҙыла, бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй. Иҫәп алыусылар килем кимәлен дә, фатирға кемдең хужа булыуын да һорамаясаҡ. Бланкта исем-шәрифегеҙ ҙә күрһәтелмәй. Айырым осраҡтарҙа иҫәп алыусы эшкә контроллек итеү, бер үк кешенән ике тапҡыр һорау алмау өсөн исем-шәрифегеҙҙе һорауы ихтимал.

--Иҫәп алыусыларҙы нисек танырға?

--Уларҙың фамилияһы, паспорты күрһәтелгән таныҡлығы, фирма кейеме, битлеге һәм бирсәткәһе була. Ирекмәндәрҙе фатирығыҙға индермәҫкә, ҡағыҙҙарҙы коридорҙа тултырырға хаҡығыҙ бар. Бөтәһе өс бланк тәҡдим ителә. Беренсеһе--Рәсәйҙә даими йәшәгәндәр өсөн, икенсеһе--торлағығыҙға ҡағыла, унда йәмғеһе ун һорау, өсөнсөһө--Рәсәйҙә йәшәгән сит ил граждандары өсөн.

Мәғлүмәттәрҙе тултырыуға яҡынса 10-20 минут китә. Һорауҙарға 14 йәше тулған һәр кеше йәки ғаилә ағзаларының береһе генә яуап бирә ала.

--Телефон аша иҫәпләнергә мөмкинме?

--Һанлы технологиялар алға киткән заманла иҫәп алыусыны көтөп ултырыуҙың кәрәге юҡ. Күп тармаҡлы үҙәккә барып йәки “Дәләт хеҙмәттәре” порталы аша бөтә һорауҙарға яуап биреү мөмкинлеге бар. Был аҙым хәүефһеҙ, өҫтәмә социаль бәйләнеш тә талап итмәй, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа--өйҙәме, баҡсаламы, юлдамы, эштәме,ҡунаҡтамы, хатта сит илдәме, иҫәп алыу анкетаһын тултыра алаһығыҙ. Иң мөһиме—интернет булһын. Һорауҙарға яуап биргәс, һәр ғаилә ағзаһына уникаль код килә. Уны иҫәп алыусыға күрһәтеү шарт. Шул уҡ ваҡытта кемдер шылтыратып, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға тәҡдим итһә, ышанмағыҙ, һеҙҙе алдарға маташалар.

Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында халыҡ иҫәбен алыу сараһында ҡатнаша алмаһағыҙ, Сибай ҡалаһында стационар халыҡ иҫәбен алыу пункттары барып һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙ.

 

Автор:Гульдар Кадаева