Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Июль 2021, 11:00

Прививка яһат та бүләк от

Коронавирус пандемияһына ҡаршы прививка яһатыуҙы әүҙемләштереү – көнүҙәк мәсьәлә. Хәҙер прививка яһатыусыларға төрлө бонустар ҙа ҡаралған. Ҡалабыҙҙа, мәҫәлән, «Сибай прививкалы» акцияһына ҡушылып, бүләктәр оторға мөмкин.

Прививка яһат та бүләк от
Прививка яһат та бүләк от

15 июлдән урында Сибай прививкалы киң күләмле акцияһы старт алды. Коронавирусҡа ҡаршы иммунитеты көслө булғандарға Сибай ҡалаһының социаль үҫешенә ярҙам мәрхәмәтлек фонды ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгән. Сара шарттарына ярашлы, акцияла 18 йәше тулған ковид-19 сиренә ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатҡан, шулай уҡ вакцинацияның бөтә этаптарын да үткән граждандар ҡатнаша ала.
--Акцияла ҡатнашыу өсөн үҙең менән СНИЛС, мобиль телефоның булыу ҙа етә. Прививка яһатҡан мәлдә уникаль һан бирелә. Шулай уҡ сарала ҡатнашыу хаҡындағы купонды тултырырға кәрәк. Бүләктәрҙе тап шул купонға ярашлы отторасаҡбыҙ. Мәрхәмәтлек фонды әҙерләгән ҡиммәтле приздар һеҙҙе көтә. Әйтергә кәрәк, бүләктәр бөтәһенә лә етерлек,-- ти Сибай ҡалаһының социаль үҫешенә ярҙам мәрхәмәтлек фонды директоры Гөлназ Солтанова
Акцияны ойоштороусылар 30 июлдә, 14 һәм 31 августа урындағы телевидениела тура трансляция йәки интернет селтәре аша онлайн осрашыу уҙғарып бүләктәр таратасаҡ. Өлөшлөләр приздарын 10 сентябргә ҡәҙәр мәрхәмәтлек фондынан барып алырға тейеш. Әгәр ошо арауыҡта алып өлгөрмәһәгеҙ, башҡа бындай мөмкинлек бирелмәй.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева