АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Декабрь 2022, 09:25

ХАҠ ӘЛЕГӘ АРТМАЙ

2022 йылда Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы ике тапҡыр - 1 июлдә һәм 1 декабрҙә арттырылды. Йәғни киләһе йылдың йәйендә планлаштырылған индексация ағымдағы йылдың аҙағына күсерелде.

ХАҠ ӘЛЕГӘ АРТМАЙ
ХАҠ ӘЛЕГӘ АРТМАЙ

2022 йылда Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы ике тапҡыр - 1 июлдә һәм 1 декабрҙә арттырылды. Йәғни киләһе йылдың йәйендә планлаштырылған индексация ағымдағы йылдың аҙағына күсерелде. Шуға күрә федераль кимәлдә 2024 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡты күтәрмәҫкә хәл ителде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашыуҙа республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк хәбәр итте.

«Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының социаль-иҡтисади үҫеш прогнозында 2023 йылда коммуналь хеҙмәттәргә тарифты индексациялау 0% тәшкил итә тип яҙылған. 2024 йылдың июленән генә тарифтар үҙгәреүе көтөлә», - тине республика ведомствоһы етәксеһе.
Автор:Резеда Валиева