АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2022, 21:15

БАЛАЛАРҒА - АЙЛЫҠ ТҮЛӘҮҘӘР

Ғаризалар ҡабул ителә башлай

БАЛАЛАРҒА - АЙЛЫҠ ТҮЛӘҮҘӘР
БАЛАЛАРҒА - АЙЛЫҠ ТҮЛӘҮҘӘР

Билдәле булыуынса, Владимир Путин социаль ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү өсөн 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә 1 апрелдән айлыҡ түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уны алыу өсөн бала Рәсәй гражданы булырға, ул даими рәүештә Рәсәй биләмәһендә йәшәргә, ә ғаиләнең килеме йән башына төбәк йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынанхәбәр итеүҙәренсә, 1 майҙан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай.

Түләүҙең күләме бала өсөн йәшәү минимумының – 50, 75 йәки 100 проценты. Пособиеның төп күләме – бала өсөн йәшәү минимумының яртыһы.

Әгәр балаға төбәк йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, пособие балаға төбәк йәшәү минимумының 75 проценты күләмендә билдәләнә.

«Май айында пособие юллағанда аҡса апрель өсөн дә күсерелә, - тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. - Пособиеға ғаризаны 2022 йылдың 1 майынан Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән тапшырырға мөмкин. Социаль ярҙам сараһы Пенсия фонды йүнәлеше буйынса бирелә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн 505 миллиард һум бүленде.

Автор:Резеда Валиева