АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2022, 12:45

Республикала яңы мебель етештереүгә 100 миллион һум инвестиция һалыу планлаштырыла

«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә юғары технологиялы мебель етештереүҙе яйға һалыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә юғары технологиялы мебель етештереүҙе яйға һалыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Заманса мебель технологиялары» компанияһы проектҡа 100  миллион һум самаһы аҡса һалырға йыйына. Предприятиела 40-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырыла.

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы башлығы Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, продукция етештереү һәм һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим.

«Хәҙер Үҫеш корпорацияһы белгестәре инвестор менән берлектә проектты ғәмәлгә ашырыу нескәлектәрен тикшерә, индустриаль парк биләмәһендә махсус майҙансыҡ һайлай. Шул рәүешле тиҙҙән «Өфө»лә яңы производство барлыҡҡа килеүе ихтимал»,  — тип билдәләне Наил Ғәббәсов.  «Өфө» индустриаль паркында резидент булып тороу төрлө һалым льготалары һәм уңайлы ҡуртым шарттары алыу мөмкинлеген бирә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-21/v-novoe-mebelnoe-proizvodstvo-v-bashkirii-namereny-investirovat-100-mln-rubley-2736567
Автор:Галина Бахшиева

Автор: