Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Сентябрь 2021, 17:00

Инвестһабантуйҙа мөһим саралар ҡарала

10 һәм 11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында уҙасаҡ "Урал аръяғы-2021" III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында спикерҙарҙы, форумда ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы бай һәм эшлекле программа көтә. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы. Мәртәбәле йыйын "Роспотребнадзор"ҙың барлыҡ кәңәштәрен иҫәптә тотоп үткәрелә.

Инвестһабантуйҙа мөһим саралар ҡарала
Инвестһабантуйҙа мөһим саралар ҡарала

Тәүге көн ҡатнашыусыларҙы теркәү менән башлана. Артабан стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса "Global Management Challenge" Халыҡ-ара чемпионатының төбәк этабы финалы старт ала һәм төп сара тантаналы асыла. Инвестһабантуй төрлө залдарҙа дүрт стратегик сессияла дауам итәсәк.  "Йәшел үҫеш.GreenBook. Һаҡсыл етештереү технологияһы" сессияһын ойоштороусылар булып тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау һәм яҡлау буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Рәсәй экологик йәмғиәте тора. Ул “Урал аръяғы” сауҙа—күңел асыу комплексының кинотеатры залында үтәсәк.

"Рәсәй шәхси-ярҙамсыл хужалығы: һандар, баһа һәм билдәләү" (прогнозы) сессияһының ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы сығыш яһай. Шулай уҡ туризм индустрияһы буйынса проекттар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлек юлдары һәм мөмкинлектәре буйынса фекер алышыуҙар ҡаралған.

Эшлекле сараның иң сағыу программалары "Ҡумыҙфест", Башҡортостандың милли аш-һыу фестивалдәре булмаҡсы.

Сараның тулы программаһы менән түбәндәге һылтанма аша таныша алаһығыҙ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52582

Фото: "Башинформ".

Инвестһабантуйҙа мөһим саралар ҡарала
Инвестһабантуйҙа мөһим саралар ҡарала
Автор:Гульдар Кадаева