Бөтә яңылыҡтар

Етәксе

Һин дә мин эшләп ятҡан ойошмаға яңы етәксе килә тигән һүҙ, ҡырҡ тамсылай, һә тигәнсе һирпелде. Тызый* ояһын таяҡ тығып көжгөгән һымаҡ, аруҡ ҡына гөж килде бер өйөр бисә-сәсә һәм бер-ике ир ишараты. Шыш-бышлашҡан хеҙмәткәрҙәрҙең ауыҙынан-ауыҙына күсеп, утыҙ өс мәртәбәгә төрлөләндереп, туҡһан-туғыҙынсы тапҡыр урап килгәндә, ысынлап та, пәйҙә булды яңы "хужабикә". Һәр кем үҙенсә ҡабул итте уны. Бер-ике көн эсендә эреле-ваҡлы төркөмсөктәр барлыҡҡа килде ҙур булмаған коллективта. Кемеһенеңдер күңеленә хуш килһә, ҡайһылыр бик үк мөһәпһенеп бөтмәне, бәғзеләре бөтөнләй битараф ҡалды, ҡырҡа ҡаршы килеүселәр ҙә булманы түгел.

Етәксе
Етәксе
Автор:
Читайте нас: