Сибай ҡалаһының «Һуғыш осоро балалары» ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй мәғарифы отличнигы Ф.З.Хәмитова билдәләүенсә, өс йыл элек ҡалала 2000 һуғыш осоро балаһы йәшәһә, хәҙер улар һаны— 1748. Йылдан-йыл кәмейҙәр. Иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен белеү, уларҙан тарих һөйләтеү—беҙҙең бурыс. Әйткәндәй, йыл да уларҙың һөйләүе буйынса һәм уларҙың үҙҙәре тураһында яҙмалар йыйыла һәм ҡала музейына тапшырыла.
Ауыр яҙмыш, тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын кисергән ул осорҙағы балаларға бөгөн 80-95 йәш. Кисә быйыл юбилейҙарын билдәләүселәрҙе йылы мөхиттә тәбрик иттеләр. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Алға, Сибай» проекты авторы Д.А.Назаров булышлығы менән уларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
Күпте кисергән, күпте күргән, инде олоғайған инәй-олатайҙарға күп тә кәрәкмәй. Ихтирам һәм йылы һүҙ етә. Ошоно онотмаһаҡ ине.
Әйткәндәй, кисәге сарала 9-сы лицейҙың уҡыусылары, сәнғәт колледжы студенттары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы.