Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Июнь , 15:15

НИМӘ БЫЛ?

Талҡаҫта һыу инеп ҡайтҡандан һуң, бөтә тән сып-сыбар булды...

НИМӘ БЫЛ?
НИМӘ БЫЛ?

Көн түҙеп торғоһоҙ эҫе. Бөтә кеше йылға-күл буйында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батып үлеүселәр хаҡында ла хәбәрҙәр килә башланы. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәйбеҙ шул...

 

Унан тыш, күлдән ҡайтҡас, тәндәренең сып-сыбар булыуына, сәбертеүенә, ҡысыуына зарланыусылар бар. Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был церкариоз тип атала. Аҡмаған һыу ятҡылығында, йәғни күлдә йә бик әкрен аҡҡан йылғала һыу ингәндә тәнгә "өйрәк беттәре" йәбешә икән. Улар ғәҙәттә ныҡ йә уртаса бысраҡлыҡтағы һыуҙа йәшәй. Ҡорттар кеше менән ҡошто бутап йәбешә. Әлбиттә, улар ҡош йөнө араһына инеп оялаған кеүек тороп ҡалмай, әммә 30-40 минуттан ҡысындыра башлай, бер нисә сәғәттән тән сәбертеп сыға. Был таптар 2-3 аҙна дауамында бөтмәй. Ҡайһы бер кешелә юғары температура күҙәтелә.

Составында метол булған ласьон йә крем ҡулланырға, содалы компресс эшләргә кәңәш ителә. Иң яҡшыһы, әлбиттә, табипҡа күренеү. Ҡысыған урынды тырнамау яҡшыраҡ булыр.

Бысраҡ һыу ятҡылығында һыу төшмәгеҙ. Һәйбәт йөҙһәгеҙ, тәрәнгәрәк барығыҙ. Ҡояштан һаҡланыу кремдары ҡулланығыҙ. Һыу төшөп сыҡҡас таҙа һыу менән йыуынығыҙ. Йылға-күлдә өйрәктәрҙе ашатмағыҙ, яҡынлатмағыҙ.

Автор:Резеда Валиева