Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Ноябрь 2022, 14:00

АҠ ҠАРҘАРҘА - АҠ ТЕЛӘКТӘР

Ҡар йә ямғыр яуған ваҡытта теләк теләргә кәрәк. Һәр ҡар бөртөгө менән ергә фәрештә төшә. Шундай сихри мәлдә теләнгән теләктәр "Амин" тигән саҡҡа тура килеп, тормошҡа ашһа, йәтеш бит?!Донъябыҙҙа тыныслыҡ урынлашһын!Ир-егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын!Һәр кем тыныс күңел менән һәр атҡан таңды ҡаршы алһын!Һәр бала ата-әсәле, һау-сәләмәт булһын, тулы ғаиләлә үҫһен!Парлылар үҙ ишен ҡәҙер итһен, парһыҙҙар парын тапһын!Милләтебеҙҙе бәрәкәт, ҡот ташламаһын!Ололарыбыҙ--иманлы, йәштәребеҙ әҙәпле, рухлы булһын!Тағы нимә теләйбеҙ? Дауам итәбеҙ...

АҠ ҠАРҘАРҘА - АҠ ТЕЛӘКТӘР
АҠ ҠАРҘАРҘА - АҠ ТЕЛӘКТӘР

Бар теләктәр тормошҡа ашһын!

Автор:Резеда Валиева