Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Ноябрь 2022, 10:15

ҮҘ КӨЙӨҢӘ БЕЙЕ!

Башҡа кешеләр менән нимә эшләй алаһың? Бер нәмә лә... Әммә һүҙ тотмағанға сереңде һөйләмәҫкә мөмкин. Һине өнәмәгәндәр янына бармаҫҡа була. Бер ни ҙә вәғәҙә итмәгәндән бер ни ҙә көтмәҫкә... Һинең булыу-булмауым уларҙы ҡыҙыҡһындырмай икән, улар менән бергә ял итмәҫкә... Ярҙам һорамағандарға ярҙам итмәҫкә... Ышанмағанға—һөйләмәҫкә, һөймәгәнгә—һөйкәлмәҫкә... Барыһы ла үҙеңдән тора, шулаймы? Шулай булғас, ниңә үпкәләргә? Үҙ тормошоңа ситтәрҙе саҡырмаһаң, улар инә алмай. Ә уларҙың реакцияһы менән һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Кешене үҙгәртеп буламы? Кеше ни әйтер, ни уйлар тип ҡурҡып ятырғамы, әллә улар һөйләгәненә көйәләнеп ярһырғамы? Ә ниңә уларҙың көйөнә бейергә? Иғтибар итмәҫкә, күңелгә яҡын алмаҫҡа була бит...Һөйләһендәр...Тикшерһендәр...Тәнҡитләһендәр... Был һиңә нимәлер бирә икән, ҡолаҡ һал, хатаңды төҙәт. Юҡ икән—күңелең ҡушҡанса эшлә, йәшә, үҙ көйөңә бейе! Был һинең тормошоң, был һиңә бирелгән ғүмер! Ирекле бул!

ҮҘ КӨЙӨҢӘ БЕЙЕ!
ҮҘ КӨЙӨҢӘ БЕЙЕ!

Фекер менән килешәһегеҙме? Әллә юҡмы? Шулай ҙа үҙ көйөңә бейе әле...

Автор:Резеда Валиева