Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Август 2022, 09:15

ИҪЕҢДӘ ТОТ!

* Кешеләрҙе үткәндәре өсөн хөкөм итергә ашыҡмағыҙ — һеҙ әле үҙегеҙҙең киләсәгегеҙҙе белмәйһегеҙ.*Был тормошта иң ҡиммәтле һүҙ — кешегә тере сағында әйтелгән йылы һүҙ.*Аҡсаһы күп кеше бәхетле түгел – балаһы һау кеше бәхетле.*Әйткән һүҙҙәр өсөн ҡайһы саҡ үкендерә. Шуға әйтмәй ҡалған һүҙҙәр өсөн үкенмәгеҙ.*Һинең арттан һәр ваҡыт өсәү күҙәтә: юғарынан — Аллаһ, эстән — намыҫ, тыштан — кешеләр...*Һинең турала яҡшы, ә башҡалар тураһында насар һөйләгән кешегә ышанма.*Рәхмәтле булып йәшәй белгән кешенең доғаһы бары ике һүҙҙән тора — «Аллаһҡа шөкөр!»*Матурлыҡ иғтибарҙы, изгелек йөрәкте яулай.*Бүләк ит һәм онот! Ал һәм иҫеңдә тот!Аллаһты үҙеңә яҡшы саҡта иҫкә ал — ул һиңә ауыр саҡта һине иҫенә төшөрөр.*Кемгәлер насар була башлағанығыҙ икән, тимәк, ул кеше өсөн һеҙ күп яҡшылыҡ эшләгәнһегеҙ.*Кемгәлер күңелегеҙҙе бушатырҙан алда уның "һауыты" тишек түгелме икәненә ышанып алығыҙ.*Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була.

ИҪЕҢДӘ ТОТ!
ИҪЕҢДӘ ТОТ!


* Кешеләрҙе үткәндәре өсөн хөкөм итергә ашыҡмағыҙ — һеҙ әле үҙегеҙҙең киләсәгегеҙҙе белмәйһегеҙ.
*Был тормошта иң ҡиммәтле һүҙ — кешегә тере сағында әйтелгән йылы һүҙ.
*Аҡсаһы күп кеше бәхетле түгел – балаһы һау кеше бәхетле.
*Әйткән һүҙҙәр өсөн ҡайһы саҡ үкендерә. Шуға әйтмәй ҡалған һүҙҙәр өсөн үкенмәгеҙ.
*Һинең арттан һәр ваҡыт өсәү күҙәтә: юғарынан — Аллаһ, эстән — намыҫ, тыштан — кешеләр...
*Һинең турала яҡшы, ә башҡалар тураһында насар һөйләгән кешегә ышанма.
*Рәхмәтле булып йәшәй белгән кешенең доғаһы бары ике һүҙҙән тора — «Аллаһҡа шөкөр!»
*Матурлыҡ иғтибарҙы, изгелек йөрәкте яулай.
*Бүләк ит һәм онот! Ал һәм иҫеңдә тот!
Аллаһты үҙеңә яҡшы саҡта иҫкә ал — ул һиңә ауыр саҡта һине иҫенә төшөрөр.
*Кемгәлер насар була башлағанығыҙ икән, тимәк, ул кеше өсөн һеҙ күп яҡшылыҡ эшләгәнһегеҙ.
*Кемгәлер күңелегеҙҙе бушатырҙан алда уның "һауыты" тишек түгелме икәненә ышанып алығыҙ.
*Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була.

 

Был фекерҙәр менән килешәһегеҙме?

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева