+3 °С
Болотло
Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Бер уйлаһаң, бер ғәҙәти көн инде, бары тик йылдың һаны үҙгәрә. Әммә кешелек барыбер ниҙер көтә, өмөтләнә: бына-бына мөғжизә булыр ҙа ҡапыл донъялар үҙгәреп, яҡшырып китер... Ә бит ул яҡшыраҡ, матурыраҡ булһын өсөн үҙебеҙгә яҡшыраҡ булыр кәрәк... Тирә-яҡҡа мәрхәмәтлерәк булып, йылмайып баҡҡанда, көсһөҙҙәрҙе яҡлағанда, ҡурсалағанда, һаҡлағанда, үпкә-үс, асыу тотмағанда донъябыҙ күпкә йәмлерәк.
Хәйбулла районындағы Шайтан-тау заказнигы хеҙмәткәрҙәренең эше мәрхәмәтлеккә генә ҡоролғандай. Улар тәбиғәтебеҙҙе һаҡлай, ҡурсалай. Әле заказниктағы йәнлектәргә, ҡоштарға Яңы йыл "күстәнәсе" өләшеп сыҡҡандар.