Һәр кемдең «көс алыр» урыны була. Ул унда ҡабат-ҡабат килә. Зинфира Зәйҙуллина бала саҡтан әсәһенә эйәреп йыш ҡына ошо шишмәгә килгән. Был инеш уның бала саҡ һуҡмаҡтарын, йәшлек хәтирәләрен һаҡлай. Һуңғы йылдарҙа уның ташландыҡ хәлдә ҡалыуы, баҫмаһының сереүе, емерелеүе—Зинфира инәйҙең күңелен әрнетә. Шуға ул бар көсөн, дәртен һалып шишмә янын төҙөкләндерергә була. Бар туплаған аҡсаһын биреп баҫманы яңырталар, инеш янын матурлайҙар. Инәйҙең инициативаһын ауыл биләмәһе башлығы ла хуплап, ярҙам күрһәтә.
--Элек һәр кем шишә янына ашыҡҡан, «тере һыу» алырға ынтылған. Бөгөн һәр кемдең ишек алдында ҡоҙоҡ барлыҡҡа килгәйне, шишмәләрҙе оноттолар,—ти ауыл биләмәһе башлығы.
Зинфира Зәйҙуллина үҙенең ишеге алдында «Табыш» тигән тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла булдырған. Бында 300-ләп экспонат бар. «Бында һеҙгә иң ҡәҙерлеһе нимә?»—тигән һорауға, инәй: «Байраҡ» тип яуап бирә.
Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән ханымдың бөгөн килеп шундай изге эштәргә тотоноуы маҡтауға лайыҡ һәм уның изге ғәмәлдәре өлгө булып тора. Мәрхәмәтле инәй Шаран районында йәшәй.
Әйткәндәй, Башинформ агентлығы «Ярҙам. Изге эштәр мәле» акцияһы ойоштора. Унда Зинфира апай кеүектәр хаҡында һөйләргә мөмкин.
Фото: Башинформ.