Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Июнь 2022, 17:45

АУЫЛ ХАЛҠЫ ӨМӘГӘ СЫҠТЫ

Ҡайһы бер ауылдарҙа ауыл киләсәге, тәбиғәт таҙалығы өсөн янып-көйгән 1-2 кеше йылға буйҙарын, урманды таҙаларға сыҡһа, башҡалар уларға ҡушылырға уйламай ҙа. Имеш, ваҡыты булғас, йөрөһөн, таҙалаһын... Ысын, ысын, шулай мыҫҡыллы ҡараш ташлаусылар осрай. Ә бит был ер бөтәбеҙҙеке лә! Ҡый, бәлки, һинеке лә, минеке лә түгелдер, әммә ЕР беҙҙеке һәм уны таҙа тотоу, киләсәк быуынға һаҡлап ҡалдырыу - изге бурыс. Таҙа ерҙә йәшәүе лә күңелле. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы халҡы бергәләп өмәгә сыҡҡан. Был һөйөндөрә! Һеҙҙе яҡта өмәләр үткәреләме? Һеҙ унда ҡатнашаһығыҙмы? Әллә кемдеңдер ойошторғанын көтәһегеҙме? Фекерҙәр көтәбеҙ.

АУЫЛ ХАЛҠЫ ӨМӘГӘ СЫҠТЫ
АУЫЛ ХАЛҠЫ ӨМӘГӘ СЫҠТЫ

Үҙегеҙҙең яҡта өмәләр үткәрһәгеҙ, фото һәм мәғлүмәт көтәбеҙ. Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: