Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Июнь 2023, 12:20

ҠОРОТ БАЙРАМЫ

Бында иң ҙур ҡорот эшләнәсәк һәм уны Рекорд китабына теркәү өсөн Рәсәй Рекордтар китабы эксперты киләсәк.

ҠОРОТ БАЙРАМЫ
ҠОРОТ БАЙРАМЫ

10 июндә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Урожай” стадионында “Ҡорот байрамы” үтә. Ул традицион байрам Һабантуй сиктәрендә ойошторола. Һәр ауыл биләмәһе ҡорот күргәҙмәһе әҙерләйәсәк. Һөт продукцияһын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтеләсәк. Шулай уҡ бында иң ҙур ҡорот эшләнәсәк һәм уны Рекорд китабына теркәү өсөн Рәсәй Рекордтар китабы эксперты киләсәк. Унан тыш, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡунаҡҡа саҡырылған.

 

 

Дамира Усманова фотоһы.

Автор:Резеда Валиева