Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Май 2023, 16:40

ҮҘӘК МАЙҘАН ГӨРЛӘЙ

Әлеге мәлдә Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙан сәхнәһендә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсылары Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов, Рөстәм Шаһыбалов һәм башҡалар сығыш яһай. Ошо уҡ майҙанда милли көрәш буйынса ярыш бара. Ә Ленин урамы аллеяһында оҫта ҡулдарҙың эшенән күргәҙмә ойошторолған.

ҮҘӘК МАЙҘАН ГӨРЛӘЙ
ҮҘӘК МАЙҘАН ГӨРЛӘЙ

Бер аҙҙан "Ирәндек моңдары" конкурсының гала-концерты буласаҡ, унан билдәле йырсылар сығыш яһаясаҡ. Концерт инвестһабантуй һәм Ҡала көнө уңайынан ойошторолған.

Автор:Резеда Валиева