АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Февраль 2023, 14:00

БАЙРАМ САРАҺЫ

Шүлкә ауылында «Йәгеҙ әле, егеттәр» ярышы үткән.

БАЙРАМ САРАҺЫ
БАЙРАМ САРАҺЫ

—Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ир-егеттәр өсөн "Йәгеҙ әле, егеттәр!" ярышы үткәрелде. Байрам сараһы бик күнелле һәм ойошҡанлы үтте. Ир-егеттәр ике командаға бүленеп сәпкә атыу, саңғы кейеп йүгереү, санала һөйрәшеү, туп ташыу, арҡан тартышыу, ҡул көрәштереү, скакалкала һикереү, сөй ҡатыу кеүек ярыштарҙа ҡатнаштылар. Уйын араһында бирелгән һорауҙарға тапҡыр яуаптар таптылар. Ярыш һуңында урындар билдәләнеп приздар тапшырылды. Ярыш тамамланыуға ҡатын- ҡыҙҙар самауыр ҡайнатып, мул итеп өҫтәл табыны әзерләп ир-егеттәрҙе һыйланылар,—тип яҙа Шүлкә ауылы китапханасыһы.

Автор:Резеда Валиева