АТАЙСАЛ
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июль 2022, 08:55

ЕЛӘКЛЕ ЙӘЙҘӘН—АЛТЫН МИҘГЕЛГӘ!

Беҙҙең өсөн йыраҡта ҡалған, ә үҙҙәре өсөн кисә генә булып тойолған еләкле йәйҙә ҡабынған мөхәббәт уларҙы бөгөнгө алтын миҙгелгә алып килеп еткергән. Ана шул матур мәлдә ике йөрәк араһында тоҡанған һөйөү уты бөгөн дә һүрелмәй, илле йыл элек ҡорған нигеҙҙәрен йылытып, ҡотон, бәрәкәтен һаҡларға ярҙам итә.

ЕЛӘКЛЕ ЙӘЙҘӘН—АЛТЫН МИҘГЕЛГӘ!
ЕЛӘКЛЕ ЙӘЙҘӘН—АЛТЫН МИҘГЕЛГӘ!

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып бик матур парҙар ғүмер кисерә. Шуларҙың береһе—Мәҙинә һәм Әкрәм Туйсиндар.

Буранбай менән Сыңғыҙ ауылын Һаҡмар йылғаһы ғына айырып тора, улар араһы бары 2 километр. Шулай ҙа йәштәр бер-береһен белмәй. Әкрәм Рысҡужа улы әрменән ҡайтҡас та ауыл хужалығында шофер булып эш башлай. Бер мәл еләктән ҡайтып барыусы бер төркөм ҡыҙҙарҙы ултыртып ала ул. Күптәре йөк машинаһының арбаһында урын алһа, Мәҙинә исемле һылыуға кабинала урын табыла. Шулай итеп, таныша ла инде йәштәр. Ана шул еләкле, матур миҙгелдә ике йөрәк араһында тоҡанған һөйөү уты бөгөн дә һүрелмәй, илле йыл элек ҡорған нигеҙҙәрен йылытып, ҡотон, бәрәкәтен һаҡларға ярҙам итә. Был йылы ҡосаҡта Миңзәлә, Карам, Фәиз, Гөлсирә, Гөлйөҙөм иркәләнеп буй еткерә, ата-әсәнән күреп ныҡлы ғаилә ҡора.

Бөгөн бергә йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләгән күркәм пар 8 ейәнгә, 2 ейәнсәргә ҡәҙерле өләсәй һәм ҡартатай булып бәхетле ғүмер кисерә. Әкрәм Рысҡужа улы ауыл мәсетенең имамы булараҡ ауылда ихтирам яулаһа, билдәле шағир, журналист Әхмәр Үтәбаевтың бер туған апаһы булған Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы—нәфис һүҙ оҫтаһы, ул бик күп конкурстарҙа шиғырҙы тасуири һөйләп призлы урындар ала. Икеһе лә ҡул ҡаушырып ултырмай, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Уларҙан татыу йәшәү серен дә һорамай булдыра алманыҡ.

—Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булдыҡ. Бер-беребеҙҙе аңлап, тыңлап, хөрмәт итеп йәшәнек. Донъя булғас, төрлө хәлдәр булып китә, әммә йәшлектәге мөхәббәткә тоғро ҡалдыҡ,—ти Мәҙинә инәй Туйсина.

Ысынлап та, беҙҙең өсөн йыраҡта ҡалған, ә үҙҙәре өсөн кисә генә булғандай тойолған еләкле йәйҙә ҡабынған мөхәббәт уларҙы бөгөнгө алтын миҙгелгә алып килеп еткергән. Имен-һау булып, гәүһәр туйҙы ла бергә ҡаршы алырға яҙһын, тип теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева