АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Июнь 2022, 20:25

АУЫЛ ЭШСӘНДӘРЕ ЯРЫШТЫ

Бөгөн Баймаҡ районында, теүәлерәк әйткәндә шәхси эшҡыуар И.Ш.Сәфәрғәлин хужалығында, мал аҙығы етештереү буйынса семинар үтте. Уның сиктәрендә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында ярыш ойошторолдо.

АУЫЛ ЭШСӘНДӘРЕ ЯРЫШТЫ
АУЫЛ ЭШСӘНДӘРЕ ЯРЫШТЫ

--Бөгөн, 22 июндә, шәхси эшҡыуар И.Ш. Сәфәрғәлиндың һауын һыйыры биләмәһендә мал аҙығы етештереү буйынса семинары, Баймаҡ районы ауыл хужалығы предприятиеларының машина менән һауыу операторҙары һәм яһалма тороҡландырыу техниктары конкурсы үтте. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау, һөнәрҙең абруйын күтәреү, һауынсылар һәм тороҡтороусыларҙың оҫталығын камиллаштырыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Конкурста райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡатнашты.
Машина менән һауыу операторҙары ярышы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды яуланы Нурсилә Ишмөхәмәтова (Ю.У. Тимербулатов крәҫтиән-фермер хужалығы).
Иң яҡшы яһалма тороҡландырыу техник - Фәнил Маннапов (Баймаҡ районы ветстанцияһы).
Һеҙгә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙә туҡталып ҡалмайынса, үҫешергә һәм тағы ла күберәк белергә ынтылыуығыҙҙы теләйбеҙ. Күҙҙәрегеҙә һәр саҡ энтузиазм булһын, мөмкинлектәр асылһын, -- тип яҙа интернеттағы сәхифәһендә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева