АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июнь 2022, 08:50

Басайҙарға юл, көтөүлек ерҙәр кәрәк

Баймаҡ районының Басай ауылына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, ер һәм мөлкәт мөнәсәббәттәре, экология,урман хужалығы министрлыҡтарынан, юл төҙөү хужалығынан белгестәр урындағы халыҡ менән осрашты. Сарала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫарҙары ҡатнашты.  

Басайҙарға юл, көтөүлек ерҙәр кәрәк
Басайҙарға юл, көтөүлек ерҙәр кәрәк

Белгестәр ерҙәрҙе шәхси милекселәргә нисек бесәнлек һәм көтөүлек ерҙәре итеп рәсмиләштереп алыу буйынса аңлатма бирҙе. Күсей - Хәлил юлының төҙөлөшө буйынса эштәр барыуын белгерттеләр: юлдың проекты әҙер, дәүләт экспертизаһы үткән, хәҙерге ваҡытта юл төҙөү проекты аукцион – конкурс аша үтеүгә әҙерләнә.

Етәкселәр бер аҙнанан юл эксперттары килеп Сибай - Күсей юлын ҡарап сығып, япманы тигеҙләү эштәрен башларға вәғәҙә бирҙе. Биләмәләге карьерҙар эшмәкәрлеге һәр ваҡыт хөкүмәт контролендә тотоласаҡ. Экосити йәмғиәте күп кешеләргә ҙур күләмдә түләү квитанциялары ебәргәне асыҡланды. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе компания етәксәлеген ауылға саҡыртып, халыҡты ҡабул итеүҙе ойошторорға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итте. Урман хужалығы етәкселәре был тарафтарҙа утын алыу мәсъәләһен аңлатты.

Йыйылышта ҡатнашыусылар Азат Шамил улы Бадрановҡа ауыл биләмәһе проблемаларына битараф булмауына, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуына ҙур рәхмәт белдерҙе.

Фото һәм мәғлүмәт Күсей ауыл хакимиәте биләмәһе төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева