Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Февраль 2022, 18:20

Үгеҙ менгәнсе, ат ауыҙлыҡла!

Иҫке Сибай ауылы янында үткән “Тай-тулаҡ” бәйгеһендә Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Нияз Салихов башҡорт тоҡомло ҡолонға эйә булды. Социаль селтәрҙә быҙау, үгеҙ менеп йөрөгән видеояҙмалар һалған үҫмер ул.

Үгеҙ менгәнсе, ат ауыҙлыҡла!
Үгеҙ менгәнсе, ат ауыҙлыҡла!

— Үҙеңә ат өйрәтеп ал да шунда елдереп сап, — тип тапшырҙы уға елле бүләкте сараны ойоштороусылар.

--Мин ул видеоны ҡыҙҡыҡ өсөн генә һалдым. Бындай бүләккә өмөт итмәгәйнем! – Нияз ҡыуанып.

Нияз Салихов тыуған ауылы мәктәбендә 7-се класта уҡый. Мал йәнле малайға ҡолондо ауыҙлыҡлап алыу бер ни тормаясаҡ, сөнки уға хатта тыңлауһыҙ үгеҙҙәрҙе ауыҙлыҡлап алыу ҙа бер ни тормай. Йылҡы малы күпкә тыңлаусан һәм тыныс.

Үгеҙ менгәнсе, ат ауыҙлыҡла!
Үгеҙ менгәнсе, ат ауыҙлыҡла!
Автор:Гульдар Кадаева