АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Ноябрь 2021, 15:20

Алтын миҙал алып ҡайтҡан

Хәйбулла районының “Бикбау” агрофирмаһы директоры Борис Абдуллин Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ--2021” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып юғары уңыштарға өлгәшкән.

Алтын миҙал алып ҡайтҡан
Алтын миҙал алып ҡайтҡан

 Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһе 20 йыл дауамында илдең иң төп аграр форумы булып тора. Хәйбулла фермеры сараның “Үҫемселектә һәм тупраҡтың уңдырышлығын күтәреүҙә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн” конкурсының “Иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар етештереү” номинацияһында көс һынашып алтын миҙалға лайыҡ булды.

 

Автор:Гульдар Кадаева