Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Ноябрь 2021, 13:30

Рухтары шат булһын

  “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы сиктәрендә  Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенең Йомағужа ауылында зыярат кәртәһен рәткә килтереү тамамланды.

Рухтары шат булһын
Рухтары шат булһын

— Был ғәмәлде тормошҡа атҡарып сығыу, "ППМИ"ла ҡатнашыу өсөн ауыл халҡынан, ситтә йәшәгән ауылдаштарҙан матди ярҙам талап ителде.
Күптәр аҡса биреп кенә ҡалманы, өмәләргә сығып зыяратты кәртәләүҙә, тәртипкә килтереүҙә ярҙамлашты.
Эште аҙағына  еткереүҙә ҡыпсаҡтарҙың өлөшө бик ҙур. Төҙөкләндереү өмәләрендә ҡатнашыусыларға, төрлө яҡлап ярҙам итеүселәргә, подрядсыға рәхмәт!

Ауылдың йөҙөн тәртипкә килтереү, халҡы өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуҙы артабан да хәлебеҙҙән килгәнсе үҙ көсөбөҙ менән бергәләп башҡарырға тырышайыҡ.

Ауыл халҡы бергә, берҙәм булғанда ғына йөкмәтелгән бурысты атҡарып була! — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә
Рөстәм Тотманов.

Рухтары шат булһын
Рухтары шат булһын
Автор:Гульдар Кадаева