АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Сентябрь , 08:10

Дауалауҙың сифаты яҡшыра

Ошо көндәрҙә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлекте оптималь тергеҙеү өсөн медицина реабилитацияһы» төбәк программаһына ярашлы Сибай үҙәк дауаханаһында стационар дауаланыусыларҙың һаулығын тергеҙеү маҡсатында яңы ҡорамалдар урынлаштырылды. Атап әйткәндә, ике массаж өҫтәле, шулай уҡ комбинациялы терапия өсөн яңы аппарат ҡайтарылды.

Дауалауҙың сифаты яҡшыра
Дауалауҙың сифаты яҡшыра

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Республика командаһы ошо йылдар дауамында медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу бурысы өҫтөндә эшләй, тип билдәләне. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем лайыҡлы шарттарҙа белгестәрҙең квалификациялы ярҙамына, дөрөҫ һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота алһын өсөн төбәктә барыһы ла эшләнә.

Ошо көндәрҙә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлекте оптималь тергеҙеү өсөн медицина реабилитацияһы» төбәк программаһына ярашлы Сибай үҙәк дауаханаһында стационар дауаланыусыларҙың һаулығын тергеҙеү маҡсатында яңы ҡорамалдар урынлаштырылды. Атап әйткәндә, ике массаж өҫтәле, шулай уҡ комбинациялы терапия өсөн яңы аппарат ҡайтарылды.

-Уның менән бер юлы ике кешене дауалап булыуы уңайлы. Һыуыҡ тейҙереп яфаланыусыларҙы бағыу өсөн дә ҡулланабыҙ. Стимуляциы, ультратауыш менән дә дауалайбыҙ. Электр энергияһы һүнә ҡалһа, аккумулятор ярҙамында ла эшләүе отошло,--Сибай үҙәк дауаханаһының физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы

Илюзә Юлдыбаева.

Массаж өҫтәлдәре иһә дауаланыусыға ла, медицина хеҙмәткәренә лә яйлы булыуы менән алдыра. Өҫтәлдәр 3-секциялы, башты, аяҡтарҙы кәрәкле кимәлдә урышлаштырып була.

-Өҫтәл тиһәк тә ул беҙҙеңсә кушетка. Электр тогы ярҙамында эшләй, бейеклеге көйләнә. Тормоз фиксацияһы бар. Ололар менән эшләгәндә бик уңайлы, кәрәк икән күтәртәбеҙ, түбәйнәйтеп тә була,-- ти массаж яһаусы Рафиҡ Мостафин, яңы ҡоролмаларҙың өҫтөнлөктәрен барлап.

Балалар поликлиникаһында ла яңылыҡтар байтаҡ. Быйыл Ырымбур дәүләт медицина университетын тамамлаусы йәш ҡыҙ Гөлнара Мөлөкова табип-педиатр булып эшкә килгән. Бәләкәстәр өсөн ортоптик кабинет эшләй башлаған.

Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинетта бәләкәстәрҙең күреү һәләтен коррекциялауҙа квалификациялы ярҙам күрһәтелә.

Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ортоптик шәфҡәт туташы Хәлиҙә Азамат ҡыҙы Кәримова баға. Ул табип-окулист тәғәйенләнгән дауалау процедураларын үткәрә.

Шәфҡәт туташы күҙҙәрҙе даими тикшертеп торорға кәрәңш итә. Шулай уҡ балаларҙы кес кенәнән күҙҙәрен һаҡларға өйрәтеү кәрәклеген дә белгертә.

-Сибай үҙәк дауаханаһының матди-техник базаһы туҡтамай яңыртылып тора. Коллективҡа йәш көстәр өҫтәлә. Медицина хеҙмәткәрҙәре дауаланыусыларҙы хеҙмәтләндереүҙә яңы ҡоролмаларҙың бик яйлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был үҙ нәүбәтендә дауалау сифатын күтәрә, сирлеләрҙең тиҙерәк һауығыуына килтерә,--ти Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, йәмәғәт фекере лидеры Альбина Ярмуллина.

Дауалауҙың сифаты яҡшыра
Дауалауҙың сифаты яҡшыра
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: