АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Декабрь 2022, 08:30

КӨСЛӨ КИҘЕҮ КИЛДЕ

Мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсеүе ихтимал

КӨСЛӨ КИҘЕҮ КИЛДЕ
КӨСЛӨ КИҘЕҮ КИЛДЕ

Рәсәйгә һаулыҡҡа үтә ныҡ зыян килтереүсе грипп төрө килгән. Был хаҡта Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова хәбәр итә. Әйтеүҙәренсә, был А (H1N1) вируслы грипп 2009 йылда ныҡ таралғайны - сусҡа киҙеүе һаулығы насарҙарҙы аяҡтан йыға, хатта үлем осраҡтары теркәлә.

—Әгәр мәктәп кластарында 20 процент уҡыусы дәрескә килмәһә, был класты (мәктәпте) дистанцион уҡыуға күсерергә кәрәк,—тип белдерә Анна Попова.

Хәлһеҙлек, юғары температура, танау һәм тамаҡтың ауыртыуы—тәүге симптомдар. Шунда уҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки грипп менән ковидты айырып, диагноз ҡуйырға кәрәк.

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: