Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс һәм 10 реанимация боксы урынлашҡан. Шулай уҡ 200 койка урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралған, ә ғәҙәттән тыш хәл режимында госпиталь 100 процент кислородҡа тоташтырылған 230 пациентты ҡабул итә ала. Әлеге ваҡытта яңы медицина учреждениеһы штатында табиптар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар, рентген лаборанттар һәм лаборатория техниктары, техник персонал – йәмғеһе 70 кеше эшләй. Инфекция үҙәге 27 үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән йыһазландырылған, шул иҫәптән юғары йышлыҡлы, транспорт, балалар өсөн тәғәйенләнгәндәре бар. Капниография менән ун монитор, ике күсмә палата рентген аппараты, алты заманса 12 каналлы ЭКГ аппараты, ҡан тамырҙарын тикшереү өсөн портатив һәм стационар, компьютер томографы, эндоскопия системалары, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм пациенттарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн башҡа ҡорамалдар ҡуйылған.
--Беҙ инфекцион госпиталдә эш башлап торабыҙ. Был дауахана 4 типлы блоктарҙан тора. Һәр блок, ә был иһә 4-се блок 10-ар мельсер бокстарынан ғибәрәт. Бокстар инде үҙ эсенә палаталарҙы ала, -- ти үҙәк ҡала дауаханаһының инфекцион бүлеге мөдире Рәйлә Сәфәрғәлина .
Медицина үҙәгендә диагностика һәм дезинфекция бүлексәләре, экспресс-лаборатория, дарыухана, ультратауыш, функциональ диагностика кабинеттары, эндоскопия кабинеты, диспетчер хеҙмәте, административ-хужалыҡ бүлеге ҡаралған. Үҙәк составына медицина газы менән тәьмин итеү системаһы, кислород етештереү станцияһы, ағып төшкән һыуҙарҙы дезинфекциялау станцияһы, автотранспортты дезинфекциялау станцияһы, вертолет майҙансығы ингән.
-Госпиталь беренсе пациенттарын ҡабул итте. Иң беренсе сиратта ковид профилле сирлеләрҙе урынлаштырҙыҡ. Пневмония менән ауырығандар ҙа бында ята. Әлеге ваҡытта дауахананың инфекция бүлеге яңы бина туйлай тиһәк тә була. Ковид госпиталь булараҡ үҙгәрткән бүлектән сирлеләр бында күсерелде һәм яңы госпиталдә дауалана башланы. Шулай уҡ ҡабул итеү бүлектәренән дә ауырыуҙарҙы бында юллайҙар, -- тине Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов
Коронавирус пандемияһы тамамланғас, инфекция үҙәгендә “йоғошло ауырыуҙар”, “терапия”, “эске сирҙәр”, “лаборатор диагностика” йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән госпиталь ике аҙна элек, 26 мартта, тамамланғайны.