Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Февраль 2022, 15:40

Сәләмәтлектәрен ҡайғыртҡандар ситтә ҡалмай

Республикала 12 йәштән алып 18 йәшкәсә балаларға коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация яһатыу компанияһы үҙ эшен дауам итә. Бөгөнгө көнгә төбәктә 700-ҙән ашыу балаға прививка яһалған.

Сәләмәтлектәрен ҡайғыртҡандар ситтә ҡалмай
Сәләмәтлектәрен ҡайғыртҡандар ситтә ҡалмай

Ғинуар айына алынған мәғлүмәттәр буйынса ҡалала COVID-19 диагнозы 58 балаға ҡуйылған. Ауырыуҙы ваҡытында ауыҙлыҡлау маҡсатында ҡаланың ҙур мәктәптәре, атап әйткәндә 9-сы, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейҙары, 12-се мәктәп, гимназия, өҫтәмә белем биреү учреждениелары дистанцион уҡыуға күсте. 1-се, 5-се, 7-се мәктәптәрҙә, «Ирәндек» лицейында балалар күпләп ауырыған кластар ғына ситтән тороп уҡыуға ебәрелде. Сибай балалар поликлиникаһына үткән аҙнала ҡайтарылған 60 доза “Спутник-М” вакцинаһын аҙна аҙағына 51 бала һәм үҫмер һалдырып та өлгөргән. Кисә дүшәмбелә 5 кеше килеп прививка яһатҡан.

 

Башлыса Сибай ҡалаһының махсус урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары прививка яһатҡан. Улар 15 йәштән үтеп, үҙ ғәмәлдәре өсөн үҙҙәре яуап бирһә лә, атай-әсәйҙәренең дә яҙма рәүештәге ризалығы алынған. Гимназия уҡыусыларын күбеһен поликлиникаға атай-әсәйҙәре оҙатып килгән. Ҡыҙҙар-малайҙар прививка яһатыуҙан бер ҙә ҡурҡмай. Дөйөм алғанда, ҡалала әлеге ваҡытта 214 ата-әсә балаһына прививка яһатырға теләк белдергән.

--Йылда киҙеүгә ҡаршы прививка яһатабыҙ. Әле коронавирусҡа ҡаршы балаларға вакцина килеүен белгәс улыма ла, ҡыҙыма ла прививка яһатырға булдыҡ. Беҙ үҙебеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә йоғошло сиргә ҡаршы вакцина эшләттек. Балаларымдың ауырыуын теләмәйем, шуға ла ризалаштым, -- тине балаларын поликлиникаға алып килгән әсә.

Ҡатындың ҡыҙы Диана ла һүҙгә ҡушылды:

--Бында мин алдан уйлап, үҙ теләгем менән килдем, -- тине.

 

--Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән прививка яһаттыҡ. Өйҙәге 5 ир-егет тә, ирем һәм 4 улым да вакцина эшләтте. Сөнки бөгөнгө көндә сирҙән ҡотолоуҙың төп сараһы уға ҡаршы прививка яһатыу булыуын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Ауырыған хәлдә лә уны еңел үткәрәсәкбеҙ, --тине ҡаланың Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Елена Тротно.

Балаларға эшләнгән “Спутник М” вакцинаһынында “Спутник V” препаратына ҡарағанда титрҙар кәмерәк, шуға күрә уға организмдың реакцияһы ла түбәнерәк. Ябай киҙеүгә ҡаршы яһалған препарат кеүек үк уны баланың организмы еңел ҡабул итә. Унан һуң бер ниндәй ҙә өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәй.

Процедура кабинетының шәфҡәт туташы Рәйсә Янбаева балаларҙың белемле, аҡыллы булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Теләһә ниндәй ялған фекерҙәргә ҡолаҡ һалмай, вакцина яһатырға килгән үҫмерҙәр үҙҙәрен бик тыныс тота. Ысынлап та, прививка яһатыуҙан түгел, бик тиҙ таралған йоғошло сирҙән, уның эҙемтәләренән ҡурҡырға кәрәк,--тине шәфҡәт туташы.

 

Автор:Гульдар Кадаева