Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Август 2021, 10:00

Фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Хәйбулла районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яҡшы яңылыҡтар байтаҡ. Ошо көндәрҙә Әҙел ауылында фельдшер-акушер пунктына нигеҙ ҡорола башланы. Тимәк, яҡын арала бында модулле яңы ФАП үҙ ишектәрен асып, урындағы халыҡҡа уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә башлаясаҡ.

Фельдшер-акушер пункты төҙөлә
Фельдшер-акушер пункты төҙөлә

*Модулле ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә төҙөлә. 7х10 күләмле әҙер объекттың хаҡы 3 млн 200 мең тәшкил итә. Ҡоролманы “Профметалл” подрядсы ойошма эшселәре төҙөй.

*2020 йылда районда федераль проект буйынса 5 фельдшер-акушер пункты сафҡа ингән, шуларҙың 4-әүһе модулле ФАП.

Быйыл шундай уҡ ҡоролмалар Әҙел, Маҡан, Федоровка һәм Аҡнаҙар ауылдарында ла төҙөләсәк.

#регион02 #здороваяреспублика #нацпроектздравоохранение #командахабирова #нацпроектРБ #нацпроект #НацпроектЗдравоохранение02  #нацпроектбашкортостана #минздраврб #мзрб

 

Автор:Гульдар Кадаева