Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
3 Сентябрь , 12:10

Кадрҙар үҙәге төҙөлә

Сибай ҡалаһында беренсе модулле кадрҙар үҙәге төҙөлә башланы. Проектҡа стартты ҡалала быйыл июль айында үткән Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең федераль этабын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев бирҙе. -2024 йылдың майында республикала ике модулле ҡоролмаһы һатып алыуға килешеү төҙөлгән. «Демография» милли проектына ярашлы Дыуан районында һәм беҙҙең Сибай ҡалаһында төҙөләсәк яңы объекттар мәшғүллек хеҙмәте селтәрен яңыртыуға булышлыҡ итәсәк,--ти Сибай халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Нурзилә Сәғитова.

Кадрҙар үҙәге төҙөлә
Кадрҙар үҙәге төҙөлә

Кадрҙар үҙәгенең дөйөм майҙаны 234 квадрат метр тәшкил итә. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 14 миллион һум аҡса бүленгән.

Проект сиктәрендә республиканың барлыҡ мәшғүллек үҙәктәре лә яңыртыласаҡ. Хеҙмәт күрһәтеүҙән алып, мәшғүллек үҙәктәренең тышҡы йөҙөнә ҡәҙәр яңы буласаҡ. Йыл дауамында төбәктең барлыҡ филиалдарында ла капиталь йә булмаһа ағымдағы ремонт уҙғарыласаҡ.

-Модуль рәүештәге «Рәсәйҙә эш» кадр үҙәктәре әле эшләп килгән халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре биналарында ремонт уҙғарыу финанс яғынан бәкәлгә һуҡмаған, шулай уҡ урындағы хакимиәт офис урынлаштырыу өсөн ҡулайлы вариант тәҡдим итмәгән муниципалитеттарҙа төҙөләсәк. Тармаҡты модернизациялау алдыбыҙға бик күп талаптар ҡуя. Республика етәкселеге ошондай конструкцияларҙы республиканың 10 ҡала һәм районында ҡорорға иҫәп тота,--ти Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Сибайҙан тыш, бындай модулле үҙәктәр, Дыуан, Туймазы, Бишбүләк, Бүздәк һәм Мишкә райондарында буласаҡ. Уларҙы төҙөүгә республика бюджетынан 73 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Өҫтәмә рәүештә тағы 55 миллион һумға яҡын аҡса бүленеп Иглин, Ауырғазы, Баҡалы һәм Благовар райондарында ла ошондай үҙәктәр ҡалҡасаҡ.

Әлеге көндә республикала ундай 3 үҙәк—Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында эшләп килә.

Модулле мәшғүллек үҙәктәре - «Рәсәйҙә эш» берҙәм бренд стилендәге заманса интерьерлы объект. Ул физик мөмкинлеге сикле кешеләр ҡуллана алырлыҡ элементтарҙы, ҙур экранлы уңайлы залдарҙы, балалар биләмәһе, электрон сират сиситемаһын һәм клиенттар өсөн цифрлы сервис, яңы мебель һәм техниканы үҙ эсенә ала,--ти йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов.-Сибайҙа кадрҙар үҙәге үҙ ишектәрен асыу үҙе ҙур ҡаҙаныш буласаҡ, ул халыҡ мәшғүллегенә һис шикһеҙ булышлыҡ итәсәк.

 


 

 

Кадрҙар үҙәге төҙөлә
Кадрҙар үҙәге төҙөлә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: