Был объект бынан бер аҙна элек кенә ҡулланыуға тапшырылған. Уның башҡаларҙан айырмаһы шунда: балалар майҙансығы тотошлай япма менән көпләнгән. Әүһәләктәр, тауҙар, каруселдәр хәүефһеҙлек талаптарын үтәп урынлаштырылған. Бөтә архитректур формалар үҙеббеҙ республикала етештерелгән. Үҙ эсенә 8 мең квадрат метр биләмәне алған балалар ялы урыны ҡалала иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе. Төҙөлөш эштәре бер нисә этапта атҡарылған. Башта йәйәүлеләр хәүйеһеҙлеген ҡайғыртып тортуарҙар рәтләнгән, артабан автомобилдәр йөрәгән юл, туҡталҡа һәм балалар спорт майҙансығы төҙөкләндерелгән. Спорт менән шөғөлләнеү, уйындар уйнау уңайлы булһын өсөн төрлө билдәләр яһалған, ҡапҡалар һәм баскетбол щиттары урынлаштырылған. Ҡоймаларҙың сертификаттары бар һәм улар бөтә талаптарға яуап бирә. Вандалдарҙан һаҡлауныу саралары күрелгән. Бынан тыш воркаут өсөн ҡорамалдар ҙа урынлаштырылған.
Йәйәүлеләр өсөн тортуарҙың проектына ла үҙгәрештәр индерелгән. Әлеге ваҡытта был тәңгәлдә етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Һәр күп ҡатлы йортҡа илтеүсе юл һәм тротуарҙар бар. Улар барыһы ла төп урамдарға һәм социаль объекттарға илткән юлдарға барып тоташа. Был ихатала электән туҡталҡа мәсьәләһе киҫкен тора ине. Шуға күрә бында өҫтәмә 30 парковка урыны барлыҡҡа килгән,-- ти подрядсы Роман Зайдуллин.
Ихатаға ҡараған йорттарҙа йәшәүселәр бындай үҙрәгештәрҙе күптән көттө. Уның сафҡа инеүенә айырыуса бала-сағалар ҡыуана. Сибайҙа быйыл “Башҡорт ихаталары” проектына ярашлы 4 биләмә төҙәкләндерелә, шуларҙың икәүһе сафҡа ингән дә инде. Тағы икәүһендә эштәр ахырына яҡынлаша. Улар ошо арала ҡулланыуға тапшырыласаҡ.
Дөйөм алғанда республикала быйыл 140 ихата яңыртылған, 2024 йылға ҡәҙәр 2 меңдән ашыу биләмәләр төҙөкләндереләсәк.