Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы ялдарҙа Яңауыл, Бөрө, Сибай ҡалаларында һәм Дыуан районында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәләре уҙғара.
Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов билдәләүенсә, бындай йәрминкәләрҙә халыҡ фермер хужалыҡтарында үҫтерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек һатып ала. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә лә бындай майҙансыҡтар бик ҡулай һәм отошло.
Һатыуға икмәк, икмәк-булочка, кондитер изделиелары, һөт ризыҡтары, ит, емеш-еләк, йәшелсә, бал сығарыла.
Йәрминкә сиктәрендә кешеләргә шулай уҡ юридик ярҙам күрһәтелә, эш эҙләүселәр вакансиялар банкында резюмеларын ҡалдыра ала.
Ата-әсәһенә эйәреп сауҙа майҙансығына килгән балаларға аниматорҙар күңелле ял бүләк итә.
Йәштәр өсөн киске программа ла ҡаралған. Бөтә ҡала һәм райондарҙа ла йәрминкәне Элвин Грей командаһы концерты тамамлай.