АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Июль , 14:49

2024 йылдың 9 июленән Өфөнән Ереванға авиарейстар һаны артасаҡ

2024 йылдың 9 июленән Өфөнән Ереванға авиарейстар һаны арта — Armenian Airlines авиакомпанияһы даими тура рейстар аса.

Авиарейстар аҙнаһына бер тапҡыр, шишәмбе көндәрендә, Airbus А321-200 самолеттарында башҡарыласаҡ.

Өфөнән самолёттар урындағы ваҡыт менән 17 сәғәт 15 минутта ҡуҙғала. Ҡалалар араһындағы юл 2 сәғәт 45 минут тәшкил итә.

Шулай уҡ Өфөнән Ереванға Shirak Avia һәм Азимут авиакомпанияларының тура рейстары менән осорға мөмкин.

Билеттарҙы +7(347) 229-57-72, +7(347) 229-56-23 телефондары буйынса Өфө аэропортының авиакассалары аша йәки авиакомпаниялар сайттарында һатып алырға мөмкин.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:

2024 йылдың 4 июленән Өфөнән Батумиға авиарейстар ебәрелә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан