АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Май , 17:10

Республика торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ташлама

Башҡортостандан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам сараларының береһе – Республика торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусыларға ташлама.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәки уларҙың ғаилә ағзалары торлаҡ төҙөлөшө программаһы буйынса тупланған аҡсаны (бюджет премияһы менән бергә) тулы күләмдә үҙ ихтыяжына тотона, йәки штрафһыҙ программала ҡатнашыуҙы туҡтата, ә һуңынан яңынан тергеҙә ала.

Ташлама менән нисек файҙаланырға – Башҡортостан Республикаһының Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге белгестәре аңлата.

Һеҙгә түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:

— Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының (ғаилә ағзаһының) йәки тулы хоҡуҡлы вәкиленең шәхесен раҫлаусы документ, төп нөсхәһен күрһәтергә.

— Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының (Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариаты), подразделениеларҙың, штабтарзың, оператив һәм башҡа төркөм органдарының Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы раҫлаусы белешмәһе (мәғлүмәте).

— Программала ҡатнашыусынан ышаныс ҡағыҙы (вәкәләт бирелгән кеше өсөн генә кәрәк; ғаилә ағзаһы өсөн кәрәкмәй).

Ғариза формаларын ошонда таба алаһығыҙ: vk.cc/csCW6e.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:

- Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығына. Адресы: Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 15/1 йорт Тел.: +7 (347) 218-17-46.

- Ҡыҙыу линия +7(347)285-00-97.

Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең яҙмала уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: