Ғәҙәттә, беҙ урманға барғанда, ҡырға сыҡҡанда талпан ҡаҙалыуҙан ҡурҡабыҙ. Ысынбарлыҡта был бөжәк, беҙ уйлағанса, кешегә ағастан һикермәй, улар башлыса үлән араһында, бейек булмаған ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Шуға күрә талпан ҡаҙалыу хәүефе яҙғы-йәйге, йәғни уларҙың әүҙем осоронда күп урындарҙа – баҡсала, ялан-ҡырҙа, йылға буйында, хатта эшкәртелмәгән ҡала парктарында ла янай.
Был бәләкәй генә бөжәк кешегә иҫ киткес ҙур зыян килтереүе ихтимал, сөнки ул талпан энцефалиты – баш мейеһен зарарлаусы вируслы сир сығанағы булыуы бар. Башҡортостанда талпандарҙың әүҙемлеге 7 -нән алып 10 балға тәшкил итә. Әгәр талпан зыянлы түгел икән, уның ҡаҙалыуы ла ҡурҡыныс түгел. Сибайҙар өсөн яҡшы яңылыҡ та бар.
-Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, боррелиоз йөрәкте, нервы системаһын, тирене һәм быуындарҙы зарарлай, инвалидлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә урманға махсус кейем кейеп барырға, бөжәктән һаҡланыу саралары күрергә кәрәк, - ти Әлиә Юлғотлина табип-инфекционист.