Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
10 Март 2023, 11:55

ТӨНДӘ ЯНҒЫН СЫҠҠАН

Хәйбулла районындағы «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерында йоҡо корпустары янған.

ТӨНДӘ ЯНҒЫН СЫҠҠАН
ТӨНДӘ ЯНҒЫН СЫҠҠАН

Бөгөн төндә Хәйбулла районында янғын сыҡҡан. Район башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итеүенсә, «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерының йоҡо корпустары тулыһынса янып бөткән.

«Янғын бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ», - тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Асыҡ сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, 2022 йылда бында ремонт эшләнгән була.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: