АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
13 Октябрь 2022, 19:35

АҘАШҠАНДАР

Баймаҡ районында бәшмәк йыям тип дүрт кеше аҙашҡан. Төркөмдә биш йәшлек бала...

АҘАШҠАНДАР
АҘАШҠАНДАР

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ашығыс хеҙмәт белгестәре Баймаҡ районында бәшмәк йыйып аҙашҡан дүрт кешегә урмандан сығырға ярҙам иткән.

Төркөмдә биш йәшлек бала ла булған. Кире юлға сыға алмай аҙашҡандарын аңлағас, бәшмәкселәрҙең береһе ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Оператор кешеләрҙең ҡайҙа икәнлеген ҡабул иткән, ярҙамға Сибай төбәк эҙләү отряды ҡотҡарыусылары юлланған. Улар тиҙҙән аҙашыусыларға барып юлыҡҡан – бер кем дә зыян күрмәгән.  

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-13/priehali-za-gribami-i-zabludilis-spasateli-v-bashkirii-pomogli-chetverym-lyudyam-vybratsya-iz-lesa-2987778

 
Автор:Резеда Валиева