Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
4 Август 2022, 10:05

УТТАН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Утта өс кеше һәләк булған...

УТТАН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
УТТАН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Бөгөн төн 112 һандарына Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында өй яныуы хаҡында хәбәр килгән. Бәлә урынына шунда уҡ МЧС һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр йүнәлтелгән. Үкенескә күрә, янғын урынында 1955 йылғы ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе табылған. Тағы бер фажиғә Ғафури районында теркәлгән. Бында ла шәхси йортҡа ут тоҡанған, унда 1960 йылғы ҡатын, 1983 йылғы ир кәүҙәһе табылған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Уттан һаҡ булығыҙ! Уяулыҡты юғалтмағыҙ!

 

Автор:Резеда Валиева