АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
1 Август 2022, 10:40

ҮҪМЕР НИ ХӘЛДӘ?

«Юлдаш» йәйге балалар лагерында ял итеүсе 15 йәшлек үҫмер өҫтөнә кисә турник ҡоланы. Бөгөнгө таңға Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, малай бик ауыр хәлдә.

ҮҪМЕР НИ ХӘЛДӘ?
ҮҪМЕР НИ ХӘЛДӘ?

Кисә, 31 июлдә, күңелһеҙ хәбәр теркәлде. «Юлдаш» лагеры Баймаҡ районы территорияһында урынлашыу сәбәпле, шунда уҡ унда Иҫке Сибай ауылы участковыйы ебәрелгән. Әле Баймаҡ районынан оператив төркөм (4 кеше) тикшереү алып бара.

Үҫмер малай бик ауыр хәлдә, маңлай һөйәге онталған, ИВЛ-ға тоташтырылған. Әлеге ваҡытта санавиация мәсьәләһе ҡарала.

 

Автор:Резеда Валиева