АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Февраль 2022, 03:00

Рәшәткә артына оҙатылды

Быйыл ай ярым ваҡыт эсендә таксистар ҡатнашлығындағы аварияларҙа биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Дәүләт автомобиль инспекцияһы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Көнбайыш-Урал төбәк-ара дәүләт автомобиль юлы хужалығы ҡатнашлығында пассажирҙарҙы  “йәшерен” ташыусыларҙы асыҡлау маҡсатында мең ярымға яҡын рейд уҙғарылды.

Рәшәткә артына оҙатылды
Рәшәткә артына оҙатылды

Ошо көндәрҙә  “йәшерен” таксистың берәүһе рәшәткә артына оҙатылды. Был йәш егет өйрәнелгән Өфө – Ҡариҙел рейсы шулай тамамланыр тип башына ла килтермәгәндер. Кисә ул ғәҙәттәгесә пассажирҙар йыйып, Өфөнән сыҡҡан һәм уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Водителде база аша ҡарағас, уның автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителеүе, әммә водитель танытмаһының үҙе менән булыуы асыҡлана. Ул был хәлгә тәүҙә танытмаһын юғалтыуын, һуңынан табып алдым тип аңлатма бирә. Танытмаһы үҙе менән булғас, тимәк, ошолай йөрөргә һәм пассажирҙар ташырға мөмкин тип уйлай.

– 2021 йылда водитель танытмаһынан мәхрүм ителдем. Миңә автомобиль менән идара итергә һәм пассажирҙар ташырға ярамағанын белмәнем, – тип аҡлана ул.

Тәртип боҙоусының автомобилен махсус  туҡталҡаға алып киткәндәр, ә үҙен ҡулға алғандар. Автомобиль пассажирҙарына Ҡариҙел районына икенсе ысул менән ҡайтырға тура килә. Водитель иһә бер тәүлек ваҡытлыса тотоу камераһында үткәрә, бөгөн уны судҡа алып килгәндәр.

– Мин бит таксист түгел.

– Әммә һеҙ танытманан мәхрүм ителгәнһегеҙ, был хәлде үҙгәртә.

– Шулай килеп сығыр тип уйламаным.

– Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен белмәйһегеҙме?

– Беләм.

– Танытмаһыҙ рулгә ултырырға ярамай.

– Күрәһең шулай, – тип яуап бирә был егет.

Суд залында ир үҙенең ғәйебен таный. Суд таксисты ҡулға алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Ул тик иртәгә генә өйөнә ҡайтасаҡ.

Шул уҡ ваҡытта республикала рейдтар дауам итә. Улар аҡса артынан ҡыуып, ябай пассажирҙар ташыу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгән йәшерен таксистар менән көрәшкә йүнәлтелгән. Дәүләт автоинспекцияһы йәшерен таксистар хеҙмәттәрен рекламалаған сайттарҙы һәм социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеп бара, шулай уҡ уларҙың хәрәкәт маршруттарын өйрәнә.

Ә бит ошондай яуапһыҙ водителдәр административ яуаплылыҡ менән генә түгел, ә үҙҙәренең һәм пассажирҙарҙың яҙмыштары менән ҡорбан иткән саҡтар ҙа күп. Былтыр “Ларгус”тар ҡатнашлығында йөҙгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 18 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 131 кеше төрлө кимәлдә йәрәхәттәр алған. 2021 йылдың йәйендә Кушнаренко районында М-7 федераль трассаһында ошондай йәшерен пассажирҙарҙы ташыусының береһе ҡатнашлығында булған аварияла алты кешенең ғүмере өҙөлдө.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда төрлө хәлдәргә осрай. Мәҫәлән, улар Өфө – Белорет маршрутында әүҙем рейстар эшләгән был таксисты иһә уҙған йылда тотҡан. Ир үҙен бик яһил тота – ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ҡысҡыра һәм ҡаршы ирешә, полиция килгәс, машинаһында бикләнә.

Быйыл йыл башынан йәшерен пассажирҙар ташыусылар ҡатнашлығында 16 авария теркәлгән, уларҙа биш кеше һәләк булған һәм 25 кеше йәрәхәттәр алған. Ошондай фажиғәләр ошондай йәшерен таксистарға ғүмерен тапшырған һәр кешене уйға һалырға тейеш.

Фото:  Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.

Автор:Гульдар Кадаева